Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2022, 05:47

Бөгөн – Мәүлит кисе

Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр.

Бөгөн – Мәүлит кисеБөгөн – Мәүлит кисе
Бөгөн – Мәүлит кисе

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, быйыл ул 7 октябргә тура килә, йәғни бөгөн кис ҡояш байығас башлана был байрам.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән. “Мәүлит” – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.

Йола буйынса, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөндә, йәғни Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр, салауат әйтәләр. Ислам динен тотоусылар һый-хөрмәт менән табын әҙерләп милләттәштәрен һыйлай.

Фото: sharp-worlds.ru

Шонкар журналынан.

 

Бөгөн – Мәүлит кисе
Бөгөн – Мәүлит кисе
Автор:
Читайте нас