

Башҡортостанда бөгөнгө көндә 1 465 мәктәп автобусы бар, улар мәктәптәргә 872 маршрут буйынса 50 меңдән ашыу баланы йөрөтә. Бөгөн, йәғни 12 октябрҙә республиканың мәктәп автобустары паркы тағын да егерме транспорт сараһы менән тулыланды.
Башҡортостан Республикаһы башлығы администрацияһы етәксеһе Максим Забелин мәктәп вәкилдәренә автобус асҡыстары тапшырҙы.
Яңы автобустар Әлшәй, Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Нуриман, Туймазы райондарына юл тота. Яңытранспорт хәҙерге маршруттарҙы бушатыу һәм яңыларын асыу өсөн ҡулланыласаҡ. Шулай ук яңы машиналар иҫкергән техниканы өлөшсә алыштырасаҡ.
"ГАЗ «маркалы яңы автобустар 18 ултыртыу урынына иҫәпләнгән һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, ГЛОНАСС/GPS спутник навигация системалары, тахографтар, өҫтәмә автоном йылытыу ҡоролмалары, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.
Башинформ.