Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Октября 2022, 10:15

Ҡабаҡ менән тауыҡ итенән

Ошондай запеканка рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Ҡабаҡ менән тауыҡ итенәнҠабаҡ менән тауыҡ итенән
Ҡабаҡ менән тауыҡ итенән
Бер ҡабаҡ, 350 грамм тауыҡ ите, 200 грамм дөгө ярмаһы, ике йомортҡа, бер баш һуған, тоҙ, борос, 100 грамм сыр кәрәк.
 
Тәүҙә тауыҡ итен турап блендерға һалабыҙ, ваҡланған һуған ҡушып, фарш килеп сыҡҡансы иҙәбеҙ. Шунан ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәреп, һутын һығып, фаршҡа өҫтәйбеҙ. Бешкән дөгө ярмаһын, йомортҡа, тоҙ, борос ҡушып, һәйбәтләп баҫабыҙ.
 
Форманы үҫемлек майы менән майлап, әҙер ҡатнашманы һалабыҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 40-45 минут тирәһе бешерәбеҙ.
 
Ошо ваҡыт үткәс, запеканканы мейестән сығарып, өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп, 5-7 минутҡа ҡалдырабыҙ. Табынға йылы килеш бирергә кәрәк.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: ideireceptov.ru
https://bashgazet.ru
Ҡабаҡ менән тауыҡ итенән
Ҡабаҡ менән тауыҡ итенән
Автор:
Читайте нас