Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2022, 02:01

Ир менән ҡатын суд алдына баҫасаҡ

Улар ике йыл дауамында 20-30 йәшлек ҡыҙҙарҙың "һөйөүе" менән һатыу иткән. Ҡыҙҙарҙы социаль селтәрҙәр аша эҙләп табып, аҡсалы эш менән ҡыҙыҡтырғандар.

Ир менән ҡатын суд алдына баҫасаҡИр менән ҡатын суд алдына баҫасаҡ
Ир менән ҡатын суд алдына баҫасаҡ

Интим хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса законһыҙ бизнес ойошторған 30 һәм 32 йәшлек ирле-ҡатынлы, уларҙың 26 йәшлек танышы РФ Енәйәттәр Кодексының 240-сы ст. 3-сө бүлеге һәм 241-се ст. 1-се бүлеге буйынса ғәйепләнә. Уларҙан тыш 37 һәм 38 йәшлек ике ир, 41 йәшлек ҡатын да ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырасаҡ. 

Ғәйепләнеүселәрҙең интим хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса махсус притоны булмаған, фәхишәләрҙе клиенттарҙың адресы буйынса алып барғандар (ғәҙәттә сауналарға). Ҡыҙҙарҙың бер нисәүһен водитель-һаҡсылар адрес буйынса алып барып, клиент үҙенә оҡшағанын һайлап алған да, аҡса түләгәс, уның менән бергә ял иткән.

Баш ҡаланың төрлө райондарында фәхишәлек менән шөғөлләнгән ун ике ҡыҙ тотолған.

Енәйәт эшен тикшереү тамамланып, ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән, тип БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

ye102.ru

Автор:
Читайте нас