Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2022, 09:54

Атайҙан килгән өлгө

Дүсән ауылында аталы-уллы Бәҙретдиновтар оҙаҡ йылдар дауамында ауыл хужалығы өсөн көс түгә.

Атайҙан килгән өлгөАтайҙан килгән өлгө
Атайҙан килгән өлгө

Баҫыуҙа иген иккән һөнәр эйәләре элек-электән хөрмәтле һаналған, был эштең быуындан-быуынға күсә килеүе тәрән ихтирам уята. Рәмзил Абзал улы үҙ ғүмерен ауыл хужалығы менән бәйләргә мәктәптән һуң ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһына зооветеринария техникумына уҡырға инә. Армияға барыу ҙа ул заманда һәр егеттең хыялы була, заманда­шыбыҙға алыҫ Германияла һалдат бурысын үтәргә тура килә. Артабан хәрби хеҙмәттә ҡалырға тәҡдим итһәләр ҙә, Дүсән егетенең тыуған ерен һағыныуы көслө булып сыға. Шул осорҙан хәҙер ярты быуат тирәһе ул ауыл хужалығында тир түгә. Хеҙмәт юлын ветеринар фельдшер булып башлай, артабан һөт-тауар фермаһы мөдире, кол­хоздың баш ветеринар табибы итеп үрләтелә. Белемле һәм яуап­лы белгесте 2001 йылдан “Марс” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе вазифаһына тәғәйенләйҙәр, был бурысты ул 20 йылға яҡын башҡара. Тырышлығын дәлилләгән хеҙмәт наградалары ла аҙ түгел Рәмзил Абзал улының: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ауыл хужа­лығы министрлығының Почет грамоталары, “Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәт­кәре”, райондың почетлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәре хеҙмәт ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй, 1978 йылда республикала социалистик ярышта еңеүсе лә була. Ҡатмарлы замандарҙа ла ул етәкселек иткән хужалыҡ тотороҡло үҫешә, биләмәлә эшкәртелмәгән ҡарауһыҙ ерҙәр ятмай.

Үҙенең эшен дауам иткән улы булыуы менән дә бәхетле әңгә­мәсем. 2019 йылда яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт булдырып, ауыл хужалығы йүнәлешендә эшен дауам итергә ҡарар ҡылғанда ла эргәһендә таянысы, кәңәшсеһе булыуы этәргес көс бирә. Әйткәндәй, Рөстәм улы ла ауыл хужалығы йү­нәлешендә һөнәр алған, тәүҙә Бә­ләбәй совхоз-техникумын, аҙаҡ Башҡортостан дәүләт аграр уни­вер­ситетын тамамлаған һәм бөгөн­гө көндә идара итеү тулыһынса уның ҡулында. Атаһының фәһемле кәңәштәре әле лә хужалыҡты заман елдәренә бирешмәй алға этәрергә ярҙам итә. Эш буйынса ҡалаға юлланыу сәбәпле, Рөстәм Рәмзил улы менән күрешергә тура килмәне. Шулай ҙа үҫемлекселек, малсылыҡ өлкәһендәге барлыҡ яңылыҡтар менән беҙҙе хеҙмәт ветераны Рәмзил ағай таныштырҙы.

– Һуңғы егерме йылда ошондай мул уңыш алғаныбыҙ булманы. Арпаның гектар ҡеүәте 45 цент­нер­ға етте. Ужым уңышы ла зарланырлыҡ түгел. Ғөмүмән, ауыл хужалығының киләсәге бар, тип уйлайым. Тырышҡанда был тар­маҡ­та ла аҡса эшләп була. Ал­дын­ғы тәжрибә алымдарын ҡул­ланыу, сорттарҙы яңыртыу өҫтөндә даими шөғөлләнеү уңышҡа юл аса, – ти Рәмзил Бәҙретдинов.

Үҫемлекселектән тыш, малсы­лыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Һауын һыйырҙары ғына 200 башҡа етә, таналары ла бар. “500 ферма” про­граммаһы буйынса һыйыр фер­маһын ремонтлауға өлгәшкәндәр.

– Атайым да ғүмер буйы колхозда эшләне, үҙем дә тыуған еремдән ситкә китмәнем, тормош иптәшем дә оҙаҡ йылдар “Марс” колхозында баш иҡтисадсы вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡты. Ауыл хужалығы династия­һын хәҙер улыбыҙ дауам итә, – ти ҡәнәғәт йылмайып Рәмзил ағай.

Эшенә көс-дәрт биргән ғаиләһе булыуын да йәшермәне ул. Ҡатыны Миңзифа Ярый ҡыҙы менән 50 йылға яҡын бергә ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарғандар. Өлкән улдары Рөстәм, әйтеүебеҙсә, ауыл хужалығы белгесе, Дүсәндә төпләнгән, икенсе улдары Марат Себер тарафтарында нефтсе булып хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Әлфиә, Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлап, әле Дубайҙа донъя көтә. Әйткәндәй, күптән түгел Ҡазанда уҙғарылған Татарҙар конгресына ул Дубайҙан делегат булып килгән. Миңзифа апай менән Рәмзил ағай – биш ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй менән олатай ҙа.

Өлгөлө ғаилә башлығы, алдынғы ҡарашлы ауыл хужалығы белгесе генә түгел, сәләмәт тормош алып барған, спортты үҙ иткән замандашыбыҙ ҙа булып сыҡты Рәмзил Абзал улы. Етмеш йәшкә етһә лә, көн һайын 10 километр юлды йәйәүләп үтеүҙе ғәҙәткә индергән. Ҡышын да, йәйен дә Дүсән менән Айыт араһында уның йәйәү йөрөгәнен күрергә мөмкин. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тиҙәр, хәҙер инде ун йыллап ошо рәүешле ул үҙенең һаулығын нығыта, йәштәргә лә сәләмәт тормош алып барыуҙың матур өлгөһөн күрһәтә. Шулай уҡ ҡортсолоҡ та – уның күңел һалып, яратып башҡарған шөғөлдәренең береһе.

Ошондай күркәм кешеләре менән көслө Дүсән ере. Ергә ныҡлы баҫып, иген үҫтергән Бәҙрет­диновтар династияһының артабан да быуындан-быуынға дауам итеүен теләйбеҙ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас