

Ошо көндәрҙә башҡорт әҙәбиәтенә ҡағылышлы яҡшы хәбәр килде - танылған башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы С. А. Новогородов исемендәге “Айар” Яҡут Милли нәшриәтендә “Бестселлер” серияһында донъя күргән. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә нәшриәттең генераль директоры Август Егоров хәбәр итә.
«Ҡалдырма, әсәй!» китабы яҡут телендә «Хаалларыма, ийэкээ!» тигән исем аҫтында сыҡҡан. Повесты яҙыусы, журналист, «Күрүлгэн» («Водопад») әҙәби-публицистик журналының баш мөхәррире Афанасий Гуринов-Арчылан тәржемә иткән. Тиражы — 2000 дана.
“Ҡалдырма, әсәй!” повесы тәүге тапҡыр 2013 йылда нәшер ителде. Шул ваҡыттан бөгөнгәсә бер нисә тапҡыр сыҡты, шул иҫәптән 14 телдә донъя күрҙе. Әҫәр Башҡортостанда, Ҡырғыҙстанда уҡыу программаһына ингән. Уның буйынса яҙылған пьеса Башҡортостан, Татарстан, Бурят, Тыва, Ҡаҙағстан театрҙарында ҡуйыла һәм зал тулы тамаша йыя.
Айгиз Баймөхәмәтов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире.
Фото: Айгиз Баймөхәмәтовтың шәхси архивынан.
https://bashgazet.ru