Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2022, 13:24

Күңел асыу мәле түгел

«Әлегә концерттар һәм күңел асыу саралары тураһында онотоп тороғоҙ. Әгәр ҙә Яңы йыл байрамына кемделер саҡырғанығыҙҙы белеп ҡалһам, әрләйәсәкмен, - тине Радий Хәбиров.

Күңел асыу мәле түгелКүңел асыу мәле түгел
Күңел асыу мәле түгел

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика Яңы йылды балаларға байрамса кәйеф булдырыу өсөн генә билдәләп үтәсәк.

«Мин яңы шыршы, гирляндаларҙы һатып алыуҙы ҡәтғи тыйҙым. Үҙегеҙҙә булғанды ҡуйығыҙ, боҙолһа - йүнәтегеҙ, үлмәҫбеҙ. Хәҙер барыһы ла иҡтисадты үҫтереүгә һәм мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙамға йүнәлтелергә тейеш», - тине ул.

Шулай уҡ республика етәксеһе концерттарҙан, артистарҙан һәм ҙур сығымдарҙан баш тартырға кәңәш итте.

«Әлегә концерттар һәм күңел асыу саралары тураһында онотоп тороғоҙ. Әгәр ҙә Яңы йыл байрамына кемделер саҡырғанығыҙҙы белеп ҡалһам, әрләйәсәкмен, - тип һүҙен тамамланы Радий Хәбиров.

Башинформ. 

Автор:
Читайте нас