Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2022, 02:57

Ҡара миләш

Уның составындағы Р витамины ҡан тамырҙарын нығыта. Шулай уҡ ҡара миләштә йод күп.

Ҡара миләшҠара миләш
Ҡара миләш

Беҙ был емешкә иғтибар бирмәйбеҙ. Әммә уның организм өсөн файҙаһы ныҡ ҙур. Емештәре бик файҙалы.

Алма менән сағыштырғанда, аҡһым — 3,9, органик кислота ике тапҡырға күберәк. Кеше организмына кәрәкле В1, В2, Рp, С витаминдары бар. Уның составында капиллярҙарҙы нығытҡан Р витамины ҡара ҡарағаттыҡына ҡарағанда ике мәртәбә күберәк.
 
Ҡара миләштә йод күп. Уны организмға витамин етмәгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, гипертония, цистит ваҡытында ҡулланалар. Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата, эсте йомшарта, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Кипкән емешен дизентерия ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр.
 
Ҡара миләште орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсетәләр. Төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороуға һәләтле, юғары уңыш биреүсән, иҡтисади яҡтан файҙалы культура емешенән ҡайнатма, һут, компот, шарап әҙерләйҙәр. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, витаминдар етештереү өсөн киң файҙаланыла.
 
Ҡара миләш һалҡындар төшкәс кенә шәкәрләнә, сифаты яҡшыра. Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Ҡара миләш
Ҡара миләш
Автор:
Читайте нас