Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2022, 05:27

Самолет янып китеп...

Ҡала эсенә ҡолап төшкәс, ут күп ҡатлы йортҡа күскән.

Самолет янып китеп...Самолет янып китеп...
Самолет янып китеп...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн кис Краснодар крайының Ейск ҡалаһында күп ҡатлы йорт ихатаһына Су-34 самолеты килеп төшкән. Ул уҡыу-күнекмә осошо яһаған булған, тип белдерҙеләр Рәсәй Оборона министрлығынан.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, аэродромдан күтәрелгәндә самолет двигателдәренең береһе янып киткән. Летчиктар махсус ҡорамалдар ярҙамында һикерергә өлгөргән.

"Бөгөн Көньяҡ хәрби округы аэродромынан уҡыу-күнекмә осошо өсөн һауаға күтәрелгәндә Су-34 самолеты һәләкәткә осраны. Ул Ейск ҡалаһы эсенә ҡолаған. Һикереп ҡалырға өлгөргән летчиктар әйтеүенсә, һәләкәткә двигателдәрҙең береһенең янып китеүе сәбәпсе булған", - тип хәбәр итәләр Рәсәй хәрби ведомствоһынан.

Самолет Коммунистик урамындағы йорт ихатаһына ҡолап төшкән һәм янып киткән. Ут туғыҙ ҡатлы йортҡа күскән. Һөҙөмтәлә 15 фатир зыян күргән. Янғын майҙаны ике мең квадрат метр тәшкил иткән.

Был йортта йәшәүселәр ваҡытлыса тороу пункттарына оҙатылған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше һәләк булған, 15-е зыян күргән.

Фото: "Башинформ".

 

Самолет янып китеп...
Самолет янып китеп...
Автор:
Читайте нас