

Башҡортостанда 2022 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса газондарҙа һәм башҡа йәшелләндерелгән биләмәләрҙә машина ҡалдырған өсөн 19,6 миллион һумға штраф яҙылған.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, төп ҡағиҙә боҙоуҙар Өфөлә теркәлгән, унда ошондай эштәр һаны 14,5 меңгә яҡын, йәғни дөйөм республика күрһәткестәренең 73 процентын тәшкил иткән.
Башҡортостанда бындай эштәр һаны 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 23,3 процентҡа артҡан. Штрафтар суммаһы ла 16,5 процентҡа артҡан, тип өҫтәне Владимир Спеле.
Башҡортостан Башлығы дәүләт комитеты рәйесенә машиналарҙың Өфөнөң Совет майҙанына инеүен тыйыу тураһында мәсьәләне үҙ контроленә алырға ҡушты.
– Мин һеҙҙән һорайым – Совет майҙанына инергә ярамай. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанға машиналар менән инәләрме? Юҡ. Беҙҙең майҙанға ла инергә ярамай. Аңлашыла – байрамдар, эштәр барҙыр, техника күп булды унда... Хәҙер эштәр тамамланды, бер машина ла унда инмәһен, ошо мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Фото: mkset.ru
https://bashgazet.ru