+30 °С
Болотло


Баланды ҡайнар һыу менән бешекләргә һәм дуршлаг аша һығырға. Барлыҡҡа килгән балан боламығына шул ҡәҙәр үк бал ҡушырға. Ҡатнашманы 1 аҙна бүлмә температураһында төнәтергә һәм банкага тултырып һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртән ас ҡарынға бер аш ҡалағы ҡабырға.
Баллы балан ҡанды гемологлобинға байыта, ҡан тамырҙарын, йөрәк мускулдарын нығыта. Бәүелде ҡыуа, бөйөрҙәр эшмәкәрлеген, нервылар системаһын, йоҡоно яҡшырта. Гипертониянан интегеүселәргә бик файҙалы.
"Авыл хатыны/Сельчанка" төркөмөнән.