Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2022, 05:22

Халыҡтар күп – ил берәү!

Ҙур этнографик диктанттан ситтә  ҡалмағыҙ!

Халыҡтар күп – ил берәү!Халыҡтар күп – ил берәү!
Халыҡтар күп – ил берәү!

Халыҡтар күп – ил берәү! Алтынсы «Ҙур этнографик диктант» мәғрифәт акцияһы йәнә ошондай лозунг аҫтында уҙасаҡ. Сара йылдағыса Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналасаҡ һәм 3-7 ноябрҙә www.miretno.ru сайтында дистанцион тәртиптә ойоштороласаҡ.

Диктант халыҡтың этнография буйынса белемен генә тикшереп ҡалмай, киң йәмәғәтселектең иғтибарын милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ мәсьәләләренә йәлеп итәсәк. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Диктантты рус һәм өс сит телдә яҙырға мөмкин: инглиз, испан һәм ҡытай.

Диктант эштәре 3 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса төнгө сәғәт берҙә Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында һалынасаҡ. Ул тест һорауҙарынан тора:

– 20 һорау – дөйөм федераль бүлек, бөтә ҡатнашыусылар өсөн;

– 10 һорау – төбәк бүлеге, Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн айырым әҙерләнгән һорауҙар.

Сит ил ҡатнашыусылары өсөн 30 һорау әҙерләнә. Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн балдарҙың максималь суммаһы – 100. Диктантты яҙыу ваҡыты – 45 минут. Тест һорауҙарына яуап биргәс, шунда уҡ электрон почтаға сертификат киләсәк.

Диктант тәүге тапҡыр 2016 йылда ойошторолғайны, ул ваҡытта сарала 90 мең Рәсәй гражданы ҡатнашты. Ә 2020 йылда акцияға Рәсәйҙән һәм төрлө илдәрҙән 1 742 661 кеше ҡушылды.

Диктантты ойоштороусылар – БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто. Тулыраҡ мәғлүмәт менән акцияның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

 

Халыҡтар күп – ил берәү!
Халыҡтар күп – ил берәү!
Автор:
Читайте нас