Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2022, 11:48

9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк

Республикала 9 майҙа власть органдары урынлашҡан биналарҙа Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан һәм муниципаль берәмектең флагтары менән бер рәттән Еңеү Байрағы күсермәһе урын аласаҡ. Был турала Башинформ хәбәр итә. 

9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк
9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк

Дәүләт йыйылышының КПРФ-тан депутаты Юнир Ҡотлоғужин белдереүенсә, уларҙың фирҡәһе был уй менән үткән, бишенсе саҡырылышта сығыш яһаны. Тик был идеяны башҡа депутаттар ҡеүәтләмәгән. Ә хәҙер был законды ҡабул итеү айырыуса талап ителә.

«Бөгөн беҙ бик мөһим һәм тарихи закон проектын ҡарайбыҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә беҙҙең ҡораллы көстәр тарихы ғына түгел. Еңеү байрамғы киләсәк быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк», - тине Юнир Ҡотлоғужин.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас