Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Октября 2022, 08:16

Дүрт төбәккә хәрби хәл индерелә

Президент указында билдәләнеүенсә, 20 октябрҙә 00.00 сәғәттән был төбәктәргә хәрби хәл индерелә.

Дүрт төбәккә хәрби хәл индереләДүрт төбәккә хәрби хәл индерелә
Дүрт төбәккә хәрби хәл индерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең Донецк, Луганск Халыҡ республикаларына, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә хәрби хәл индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документта был биләмәләрҙә 20 октябрҙә 00.00 сәғәттән хәрби хәл индерелеүе тураһында белдерелә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Милли гвардия ғәскәренең федераль хеҙмәте өс көн эсендә хәрби хәл индерелгән биләмәләрҙә күрелгән саралар тураһындағы тәҡдимдәрен индерергә тейеш.

Указ рәсми баҫылған көндән көсөнә инә.

Бынан тыш, Владимир Путин Именлек Советы ултырышында хәүефһеҙлекте арттырыу буйынса эште координациялау өсөн Премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә илдә махсус Совет булдырыуы тураһында белдерҙе.

Шулай уҡ Ҡырымда, Севастополдә, Краснодар крайында, Белгород, Брянск, Воронеж, Курс, Ростов өлкәләрендә - “уртаса әҙерлек”, ә ҡалған өлкәләрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда “база әҙерлеге” режимы индерелде.

База әҙерлеге - хәрби объекттарҙы, заводтарҙы, транспортты һаҡлауҙы көсәйтеүҙе аңлата, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытта документтар ҙа ипкә килтерелергә тейеш. Төбәк Башлығы ниндәй аныҡ саралар күреләсәге хаҡында оператив штабта хәл итәсәк.

База кимәле ваҡытында комендант сәғәте индерелмәй, армия ихтыяжы өсөн милек алынмай, сик ябылмай һәм башҡа сикләүҙәр ҙә ҡаралмаған.

Мәғлүм булыуынса, Херсон өлкәһендә йәшәгән халыҡты эвакуациялау кисә үк башланды. Уларҙы социаль яҡлау буйынса ла етди саралар күреү ҡаралған, шул уҡ торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса ла. 

Фото: oblgazeta.ru

bashgazet.ru

Дүрт төбәккә хәрби хәл индерелә
Дүрт төбәккә хәрби хәл индерелә
Автор:
Читайте нас