+30 °С
Болотло


Көн һайын ҡыҙҙар өсөн Истанбулдың иҫтәлекле урындары буйлап фотоға һәм видеоға төшөрөү, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар ойошторолған, тип хәбәр итте "Башинформ"ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
Башҡортостандан "Мисс Республика-2021" исеменә эйә булған Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһай. Илүзәгә 22 йәш, ул Сибай ҡалаһында тыуған. Йәйен ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
"Мисс Республика-2021" конкурсында еңеүҙән тыш, Илүзә "Мисс Өфө - 2020", "Мисс Азия-Себер-2021", "Башҡортостан" кеүек исемдәргә эйә.
"Башинформ".