

Евгения менән Илнур күптән танышҡан, ваҡыт уҙыу менән улар араһындағы дуҫлыҡ етди мөнәсәбәттәргә әүерелгән, hәм йәш парҙың уртаҡ балаһы тыуған. Евгения кейәүгә сығыу тәҡдименә ризалашырға оҙаҡ икеләгә, ниндәйҙер айырым бер осраҡ көткән. Буласаҡ ирен өлөшләтә мобилизацияға саҡырғас, шул осраҡ килеп сыҡҡан да инде. Илнур тәүгеләрҙән булып повестка алып, Саратов ҡалаһына хәрби әҙерлек урынына ебәрелә.
— Повестка килгәс тә, Илнур яҙылышырға тәҡдим итте. Ләкин мин быға бөтөнләй әҙер түгел инем. Ҡәҙерле, яратҡан кешем беҙҙән китә бит. Әлбиттә, күҙ йәштәре, истерика булды, hәм ҡулымда һигеҙ айлыҡ сабый бала. Һуңғы көнгә ҡәҙәр уны ҡалдырырҙар, тип өмөтләнгәйнем, — тип күҙ йәштәре менән иҫкә ала ҡыҙ. Илнур Саратовҡа ебәрелгәс, Евгения, ниhәйәт, ҡул hәм йөрәк тәҡдимен ҡабул итә. Ҡыҙ район хакимиәтенә hәм ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итә. Рәсәй закондары нигеҙендe айырым шарттарҙа никахты дәүләт теркәүенә алыу срогын бер айҙан бер көнгә ҡәҙәр ҡыҫҡартыу ҡаралған. Был Илнур менән Евгенияға ҡыҫҡа ваҡыт эсендe яҙылышырҡа мөмкинлек бирә. 9 октябрҙә Евгенияны Саратовтың ЗАГС бүлегенә саҡыралар, унда Ғәлимовтар ғаиләһе барлыҡҡа килә.
— Бишбүләк районы хакимиәтенә hәм ЗАГС бүлегенә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар беҙҙең үтенескә яуап бирҙе hәм сәфәрҙе ойошторҙо. Минең ирем иң яҡшыһы! Иң намыҫлы, иң изге күңллеһе. Ул беҙҙең Ватаныбыҙҙы яҡлай. Мин уның менән бик ғорурланам! Ул минең ғорурлығым hәм таянысым. Уны бик яратам! Ирем әйтеүенсә, был ҙур булмаған сәйәхәт, hәм тиҙҙән ул әйләнеп ҡайтасаҡ, беҙ был хаҡта балаларыбыҙға hәм ейәндәребеҙгә һөйләрбеҙ, — тип өҫтәне Евгения.
Карина ИВАНОВА.
Фото Ғәлимовиар ғаиләһенеn шәхси архивынан.