Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2022, 07:47

Ағалы-ҡустылы һәләк булғандар

Ишембайҙан 32 йәшлек Азат менән 26 йәшлек Ришат Лоҡмановтар 9 октябрҙә юғалғайны. 

Ағалы-ҡустылы һәләк булғандарАғалы-ҡустылы һәләк булғандар
Ағалы-ҡустылы һәләк булғандар

Туғандары егеттәрҙе таба алмағас, ирекмәндәр менән бергә эҙләне. Һәм кисә насар яңылыҡ билдәле булды: ағалы-ҡустылыны үле килеш тапҡандар. Әле иһә уларҙың нисек һәләк булғаны асыҡланды.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар һыуға батҡан. Егеттәрҙең "ВАЗ-2115" машинаһында ғәйеп булыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Баҡһаң, улар автомобилдәрендә һыу ятҡылығына төшөп киткән. Шаһиттар әйтеүенсә, машинаны манипулятор ярҙамында һөйрәп сығарғандар, егеттәр уның эсендә булған.

Әлеге ваҡытта был хәлде тикшереү бара. Егеттәр яңылыш батҡанмы, әллә бында криминал эҙе бармы? Машина батҡан һыу ятҡылығы әллә ни тәрән түгел тиҙәр... Барыһы ла экспертизалар үткәргәс билдәле буласаҡ.

Фото: социаль селтәрҙән. 

https://bashgazet.ru

Ағалы-ҡустылы һәләк булғандар
Ағалы-ҡустылы һәләк булғандар
Автор:
Читайте нас