Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2022, 10:12

Актрисанан - витаминлы тәмлекәс!

Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Зиләрә Юлтаева кипкән емештәр һәм сәтләүектәрҙән батончик яһарға өйрәтә. 

Актрисанан - витаминлы тәмлекәс!Актрисанан - витаминлы тәмлекәс!
Актрисанан - витаминлы тәмлекәс!

Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә яҙған.

"Туҡлыҡлы һәм файҙалы, иммунитет өсөн тәмле витамин (шәкәрһеҙ). Ниңәлер балалар сәтләуек һәм ҡара емеш, финиктарҙы ашап бармай. Яратмайҙар. Ә улар организм өсөн шул тиклем файҙалы. Бына был батончиктарҙы минең балалар ныҡ оҡшатты. 

Төрлөләндереп йәнең теләгән сәтләүектәрҙе, кипкән емештәрҙе алаһың,  тағы ла иҙелгән һоло, бал, бер банан, ҡайнаған һыу кәрәк буласаҡ.  Сәтләуектәрҙе ныҡлап йыуырға, әҙерәк табала ҡыҙҙырырға, блендерҙа ваҡларға (онға әйләнеп китмәһен).

Емештәрҙе йыуып өс минут ҡайнатып алырға-һөҙөргә, блендерға һалып әҙерәк ҡайнаған һыу ҡойоп үткәрергә. Һолоно саҡ ҡына ҡыҙҙырып бер нисә секунд блендерҙа тураҡларға (онға әйләнмәһен). Барыһын бергә һалып, бал ҡушып бутарға. Табаға пергамент ҡағыҙы түшәп, килеп сыҡҡан ҡатнашманы йәйеп һалырға. Бысаҡ менән батондарға бүлергә һәм мейестә яй ғына утта 20-30 минут киптереп алырға. Әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын", -тип яҙған актриса.

Һеҙ ҙә ошо рецепт буйынса витаминлы тәмлекәс эшләп ҡарағыҙ әле. Килеп сығырмы икән?

Фото һәм текст сығанағы: Зиләрә Юлтаева. 

Актрисанан - витаминлы тәмлекәс!
Актрисанан - витаминлы тәмлекәс!
Автор:
Читайте нас