

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда ауыл хужалығы өлкәһендәге проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев Наталья Максимованың крәҫтиән-фермер хужалығында һыйыр малы аҫрау өсөн яңы малсылыҡ бинаһы төҙөлөшө менән танышты. Наталья Алексеевна ире Николай Геннадьевич менән бергә 2016 йылда Сиушка ауылында үҙҙәренең хужалығын ойоштора. 2017 йылда “Яңы эш башлаған фермер” республика программаһы буйынса грант ала. Уның аҡсаһына симменталь тоҡомло таналар һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып ала.
Әле хужалыҡта 155 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 80 баш һыйыр иҫәпләнә. Малды яңы бинала ҡышлатмаҡсылар. Максимовтарҙың йәнә бер ҡыҙыҡлы ниәте бар – агротуризм объекты асырға теләйҙәр. Дөйәғоштар фермаһы менән глэмпингты фермер хужалығы ерендә урынлаштырыуҙы планлаштырала.
“Проект перспективалы, табышлы булыр, тигән ниәттәбеҙ. 2023 йылға дәүләт ярҙамы алымдарын ҡарайыҡ, ярҙам итербеҙ”, – тине хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев.
Мәғлүм булыуынса, бизнесҡа дәүләт ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә күрһәтелә.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info/press_releases/334069
https://bashgazet.ru