Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2022, 00:07

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ирекмәндәр саҡырыла

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны вәкиллектәре Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалаларында, Блорет һәм Салауат райондарында асылды.

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ирекмәндәр саҡырылаСалауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ирекмәндәр саҡырыла
Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ирекмәндәр саҡырыла

Республиканың Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемендәге батальондары алҡы һыҙыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда, әле Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын туплау бара.

Ойоштороусылар аңлатыуынса, пунктты асыу урынын улар һайламай, быны урындарҙағы хәрби туғанлыҡ берләшмәләре тәҡдим итә.

Әле Салауат Юлаев исемендәге батальонға махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп 700-ҙән ашыу ир-егет ғариза биргән. Уларҙың күп өлөшөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары тәшкил итә. Ҡабул итеүҙәр, әңгәмәләр башланған, доброволецтарҙы йыйыу дауам ителә.

ural-rb.ru

 

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ирекмәндәр саҡырыла
Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ирекмәндәр саҡырыла
Автор:
Читайте нас