Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2022, 06:13

2025 йылдан Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу ябайлаштырыла

Рәсәйҙә 2025 йылдан ғаризаһыҙ пенсия алды йәшендәге тигән  статус алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Был хаҡта илдең Хеҙмәт министрлығы хәбәр итә.

2025 йылдан Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу ябайлаштырыла2025 йылдан Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу ябайлаштырыла
2025 йылдан Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу ябайлаштырыла

Мәғлүмәтте Дәүләт хеҙмәттәре аша алырға мөмкин. Хәҙер пенсия алды йәшендәге граждандар категорияһына эйә булыу өсөн тейешле белешмә кәрәк, уны Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә йәки онлайн бирәләр , тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Документ диспансеризация үтеү өсөн ике түләүле көн, эшһеҙлек буйынса арттырылған пособие кеүек льготалар бирә.

Әлеге ваҡытта рәсәйҙәр буласаҡ пенсия күләме, бала тыуғанда ярҙам саралары, инвалидлыҡты билдәләү һәм пенсия йәше етеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе ғаризаһыҙ ала.

Пенсия алды йәшендәге статус тураһында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

2025 йылдан Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу ябайлаштырыла
2025 йылдан Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәге тигән статус алыу ябайлаштырыла
Автор:
Читайте нас