

«Ул ябай порошоктан составы менән айырылып тора. Хайуан майҙары урынына пальма майы ҡулланыла. Яҡын арала Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә «Зифа Хәләл» кер йыйыу онтағы һатыуға сығарыла, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Киләсәктә Төркиәгә, Иранға, Сәғүд Ғәрәбстанына һәм башҡа дәүләттәргә оҙатырға уйлайбыҙ»,— тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Республика етәксеһе Стәрлетамаҡтағы ҡасандыр бөтә илгә билдәле булған йыуыу саралары етештереү цехының оҙаҡ йылдар консервацияланған хәлдә булыуын хәтергә төшөрҙө. Ул 2020 йылда ҡайтанан эшләй башланы.
"Ашказар" гәзитенән.