

"Национальность.ru" тревел-проектының төшөрөү төркөмө Башҡортостанға килде.
Проекттың алып барыусыһы Екатерина Мускатова республикабыҙҙа булып, башҡорттарҙың мәҙәниәте һәм йолалары тураһында күп нәмә белде.
Программа геройҙары Башҡортостанда ҡымыҙ етештерелеүен, ҡунаҡтарҙы нимә менән һыйлауҙарын күрҙе. Милли костюм да ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Кәләш алыу һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы йолалар күрһәтелде. Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫынының ни тиклем бай булыуы йәнә дәлилләнде.
"Национальность.ru" - Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтар тураһында тревел-блог. Халҡыбыҙ йолалары уға үҙ биҙәген индерҙе.
Фото: "Башинформ".
https://bashgazet.ru