Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2022, 06:38

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды

4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө Рәсәйҙә 2005 йылдан алып билдәләнгән дәүләт байрамы. 

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башландыРеспубликала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды
Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды

«Йома 4 ноябрҙә илебеҙҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бәйле беҙҙе өҫтәмә ял көтә», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт инспекцияһында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы 4 ноябрь эш көнө булмаған байрам көнө булып тора. Тимәк, йыллыҡ түләүле отпуск биргәндә ул отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй һәм ял бер көнгә оҙайтыла. 3 ноябрҙә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө — Рәсәйҙә 2005 йылдан башлап йыл һайын 4 ноябрҙә билдәләнгән дәүләт байрамы. Уның тарихы 1612 йылда Мәскәүҙе поляк баҫҡынсыларынан азат итеү ваҡиғаһына бәйле.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас