

Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә коронавирус менән сирләү осраҡтары һирәгәйә бара. Координация үҙәгенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы аҙнала ғына сирҙе йоҡтороу 34 процентҡа кәмегән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне.
Башҡортостандың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 390 урын әҙерләнгән, уларҙың 16 проценты биләнмәгән. Башҡортостан буйынса коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты – 0,9, ил буйынса ла күрһәткес ошондай.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 31 октябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 250 осрағы теркәлгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 205 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 142-һе – уҙған тәүлектә килеп урынлашҡан. Ә 3 049 сирле өй шарттарында дауалана.
Вакцинацияға килгәндә, һандар түбәндә: 3 205 375 кеше уны тулыһынса үткән, 920 928 кеше (64,6 процент) ревакцинацияланған.
Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа профилактик медицина тикшереүе үткәреү дауам итә. 840 733 кеше (пландан 81,5 процент) – диспансерлаштырыу, 191 804 кеше (83,1%) – һөнәри тикшереү һәм 283 239 кеше (79,3 процент) өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү өсөн тәрән диспансерлаштырыу үткән.
Фото: news.myseldon.com
https://bashgazet.ru