3 ноябрҙә Федерация Советында экстремаль хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.
“Күрһәткән батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандың Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан 14 йәшлек Арыҫлан Шафиҡов та бар.
Быйыл март айында ул урамдан уҙып барғанда, бер йорттан көслө төтөн сығыуын күреп ҡала. Йортҡа төкәтмә итеп һалынған мунса яна. Ут тиҙ арала йортҡа күсә башлай. Арыҫлан шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Бер нисә минуттан һуң өйгә кереп булмай. Шул ваҡыт Арыҫлан тәҙрә аша янып торған йортҡа инеп, өлкән йәштәге хужаларға — аяҡһыҙ икенсе төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына уттан сығырға ярҙам итә.
Шулай итеп, дөрөҫ, ваҡытында һәм тәүәккәл эш итеүе арҡаһында ул ике кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала.
— Кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу — ҙур ҡаҙаныш, һәм ҡурҡыныс булыуға ҡарамаҫтан, бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү өсөн, батыр булырға кәрәк. Республикабыҙҙа бындай ҡыйыу егеттәрҙең үҫеүенә ғорурланабыҙ, — тип билдәләп үтте мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Быйыл Федерация Советының “Күрһәткән батырлығы өсөн” махсус миҙалдары менән Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән, шул иҫәптән ДНР, ЛНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән ҡыҙҙар һәм малайҙар наградланасаҡ.
Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла — сит кешенең ҡайғыһына битараф булмаған йәш геройҙар. Ә экстремаль ситуацияла улар иң яҡшы кешелек сифаттарын: шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән. Улар ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бәләгә тарыусыларға ярҙам иткән.
Халыҡ үҙ геройҙарын белергә тейеш. Бүләкләү тантанаһының туры трансляцияһын 3 ноябрҙә Өфө ваҡыты менән 12:00 сәғәттә «Вместе-РФ» Федерация Советы телеканалында һәм Федерация Советының социаль селтәрҙәрендә ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/sovfedinfo һәм https://ok.ru/sovfedinfo
https://kiziltan.ru