

“Яңы энергетика” йүнәлешендәге йәштәр лабораторияһын булдырыу буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетының проекты “Тикшереү секторы, төбәк, тармаҡ мәнфәғәтендә кеше капиталы үҫеше” федераль проекты һәм “Фән” (национальный проект “Наука”) милли проекты сиктәрендә грант отто.
“Нефтехимия реагенттары, майҙар, теплоэнергетика өсөн материалдар” йәштәр лабораторияһы нефтехимия сеймалынан үҙебеҙҙең илдең углеводородтарын булдырыу менән шөғөлләнәсәк. Был иһә импорт өлгөләрен алмаштырған, йылылыҡ энергетикаһы объекттарында ихтыяж менән файҙаланылған реагенттарҙы, майҙарҙы һәм композиция материалдарын алырға булышлыҡ итәсәк.
Фәнни төркөмгә йәш өмөтлө тикшеренеүсе, химия фәндәре докторы, “Дөйөм, аналитика һәм ғәмәли химия” кафедраһы профессоры Гөлнара Рыҫкилдина етәкселек итә. Лаборатория командаһында Өфө дәүләт нефть техник университетының фәнни хеҙмәткәрҙәре һәм йәш ғалимдар Юлианна Борисова, Римма Солтанова, Гөлнур Сәхәбетдинова, Алһыу Байбуртли, Айрат Мусин, Екатерина Мальцева, Виктор Воинов, студенттар Дилара Солтанова һәм Екатерина Титова бар.
- Беҙҙең проект өс йылға иҫәпләнгән. Гранттың суммаһы 2022 йылға 17,9 миллион һум тәшкил итә, - ти Гөлнара Зинур ҡыҙы. – Аҡса кәрәкле химия реактивтарын, иретмәләр, катализаторҙар һәм башҡа материалдар, заманса ҡорамалдар алыуға, тикшереү уҙғарыу, лайыҡлы эш хаҡына яҡшы белгестәр йәлеп итеү өсөн ҡулланыласаҡ. Беҙҙең ғалимдар илебеҙҙең әйҙәүсе академия үҙәктәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында фәнни-тикшеренеү стажировкалары үтәсәк. Мөмкинлек булғанда сит илдәргә лә барыу күҙаллана. Беҙҙең тикшереүҙәргә дәүләт ярҙамы бик мөһим, сөнки һүҙ яңы перспективалы реагенттар, майҙар, композиция материалдары тураһында бара.
Шуны ла билдәләү мөһим, Яңы йәштәр лабораторияһы коллективының проектты уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн тейешле фәнни тикшеренеү тәжрибәһе бар.
Һайлап алыуҙа 100-ҙән ашыу лаборатория ҡатнашты. Уларҙы булдырыуға ғаризаларҙы илдең әйҙәүсе юғары уҡыу йорттары һәм фәнни үҙәктәре тапшырҙы.
Был сараларҙы ойоштороу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты