

Финал этабында, ғәҙәттәгесә, йәмәғәт тауыш биреүе уҙғарылды, унда Рәсәйҙең һәр кешеһе ҡатнаша алды, шул иҫәптән - төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар. Тауыш биреүҙә бөтәһе 111 меңдән ашыу кеше һәм 90-ға яҡын эксперт ҡатнашты.
Баһалауҙар иҫәбе буйынса, Башҡортостандан Артур Мөжиповтың "Күсмә халыҡтар ҡурсалаусыһы" эше еңеүсе булды! Авторҙың әйтеүенсә, "һүрәттә Һомай милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы образында һүрәтләнә. Милли кейемдә халыҡтың этник үҙенсәлектәре, рухи мәҙәниәте, инаныуҙары сағылыш таба. Өлкән быуын костюм ярҙамында киләсәк быуынға халҡының мираҫын тапшыра, тарихын һөйләй".
Икенсе урынды Һамар өлкәһенән Семён Ефентьев, өсөнсөнө "Ижад" атамалы граффити менән Сыуаш Республикаһынан Алексей Чернев алды.
Фото: "Башинформ".