Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2022, 04:09

“Эш бирсәткәләре һәр саҡ кәрәк”

Приют ҡасабаһынан Алмас Сәйетгәрәев – булдыҡлы, йүнсел кешеләр иҫәбенән.

“Эш бирсәткәләре һәр саҡ кәрәк”“Эш бирсәткәләре һәр саҡ кәрәк”
“Эш бирсәткәләре һәр саҡ кәрәк”

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Приют ҡасабаһында йәшәгән 30 йәшлек Алмас Сәйетгәрәев – ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған, яңы эшкә дәртләнеп тотонған булдыҡлы, йүнсел кешеләр иҫәбенән. Йәш белгес карьера йәһәтенән киң үҫеш мөмкинлектәренә ҡарамаҫтан, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ҡарар итә. Әлбиттә, был аҙым уның өсөн ябай булмай, ләкин егет ниәтенән кире ҡайтырға йыйынмай.

– Ғәҙәти сауҙаны өнәп етмәйем, сөнки ҡыҙыҡ түгел. Мин үҙем етештергән әйбер менән сауҙа итергә теләнем. Бер нисә йүнәлеш араһынан башта эш бирсәткәләре сығарыуҙы һайланым. Тәжрибәм күрһәтеүенсә, уларға производствола ла, көнкүрештә лә һәр саҡ ихтыяж бар, – тине Алмаз Хәмзә улы.

Ул буласаҡ производствоһы тураһында мәғлүмәт йыя башлай. Бәләбәй, Туймазы, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙағы сауҙа нөктәләре һәм предприятиелары вәкилдәре менән аралашып, үҙ продукцияһына потенциаль һатып алыусылар даирәһен билдәләй. Быйыл февралдә ул тәүге станогын һатып ала. Әммә ул ғына етмәй, өҫтәмә ҡорамалдарға ихтыяж тыуа.  Ә бының өсөн аҡса кәрәк була.

Алмас Сәйетгәрәев район хакимиәтенә үҙенең бизнес-проектын тәҡдим итә. Уны “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”нең береһендә ҡарайҙар. Сентябрь уртаһында йүнсел Бәләбәй районының Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондынан яңы ҡорамалдар һатып алыуға заем, ә октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған муниципаль программа буйынса сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия ала.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info/press_releases/342582

bashgazet.ru

 

 

“Эш бирсәткәләре һәр саҡ кәрәк”
“Эш бирсәткәләре һәр саҡ кәрәк”
Автор:
Читайте нас