Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2022, 06:10

Яңы вуз рәсми теркәлде

2 ноябрҙә Өфө фән һәм технологиялар университеты рәсми рәүештә теркәлде.   

Яңы вуз рәсми теркәлдеЯңы вуз рәсми теркәлде
Яңы вуз рәсми теркәлде

Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация университеты ҡушылып барлыҡҡа килгән юғары уҡыу йортоноң ректоры – Вадим Захаров.

Шулай итеп, был университеттарға уҡырға ингән студенттар Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаясаҡ, дипломдарында шулай тип яҙыласаҡ.

Ике юғары уҡыу йортоноң ҡушылыуы «Приоритет 2030» программаһына инеү мөмкинлеге биргән. Университет йыл һайын 100 миллион һум дәүләт ярҙамы аласаҡ. 2030 йылға ул илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш.

Фото: https://static.

Башинформ. 

Автор:
Читайте нас