Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2022, 12:58

Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий Хәбиров

Яҡташтарыбыҙға - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам илтеүселәр үҙ белдеге менән сәфәргә сыҡмаһын ине.

Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий ХәбировАлғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий Хәбиров
Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй — Радий Хәбиров

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрмәҫкә кәрәклеген белдерҙе. Республика етәксеһе премьер-министр Андрей Назаровҡа ошо йәһәттән тәртипкә булдырырға ҡушты. Бында яҡташтарыбыҙҙың — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәткән меценаттарҙың үҙ белдеге менән сәфәргә сығыуы хаҡында һүҙ бара.

- Коллегаларыбыҙға, иптәштәребеҙгә мөрәжәғәт итәм. Был йәһәттән тәртип булдырырға кәрәк. Бер кемде лә алғы һыҙыҡҡа ебәрмәгеҙ. Был бик хәүефле.  Беҙҙекеләр ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн йөктө нисек оҙатыу  тураһында уйлашырбыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас