Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2022, 10:42

Фәйзи Ғәскәровсылар Ҡалмыҡстанға «Ҙур гастролдәр»гә сыға

Ноябрҙә «Беҙ – Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостандың һәм Ҡалмыҡстандың танылған милли коллективтарының гастролдәре ойошторола. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фәйзи Ғәскәровсылар Ҡалмыҡстанға «Ҙур гастролдәр»гә сығаФәйзи Ғәскәровсылар Ҡалмыҡстанға «Ҙур гастролдәр»гә сыға
Фәйзи Ғәскәровсылар Ҡалмыҡстанға «Ҙур гастролдәр»гә сыға

9-26 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле – Сарапул, Можга, Воткинск, Әшә, Ҡытаутамаҡ, Йүрүҙән, Һатҡы, Эҫем ҡалаларында; 4-5 декабрҙә Пензала һәм Саранскиҙа сығыш яһай. Коллектив «Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре» концерт программаһын тәҡдим итә. Директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов.

«Беҙ – Рәсәй» проектын Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы Росконцерт ойоштора.

https://www.bashinform.ru/

Фәйзи Ғәскәровсылар Ҡалмыҡстанға «Ҙур гастролдәр»гә сыға
Фәйзи Ғәскәровсылар Ҡалмыҡстанға «Ҙур гастролдәр»гә сыға
Автор:
Читайте нас