Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2022, 15:19

Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланыРадий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланы
Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланы

Уларҙың хоҡуҡ тәртибен һәм халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшөн билдәләп, республика етәксеһе белгестәргә яҡшы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Ҡотларға инеп сыҡтым. Эҫелә лә, һыуыҡта ла, көнөн дә, төнөн дә улар беҙҙең янда. Фиҙаҡәр, һайлаған эшенә тоғро, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Автор:
Читайте нас