Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2022, 12:11

Игеҙәктәр "машиналы" булды!

Йыл башынан алып Сибай ҡалаһында алты пар игеҙәк тыуған.

Игеҙәктәр "машиналы" булды!Игеҙәктәр "машиналы" булды!
Игеҙәктәр "машиналы" булды!

Күптән түгел, Сибай ҡалаһында  йәшәгән йәш ғаилә Әдилә һәм Виталий Паксюткиндар оло шатлығы тураһында хәбәр иткәйнек. Уларҙың ғаиләһендә игеҙәк улдары — Андрей (ауырлығы 2800 грамм, буйы 48 см) һәм Кирилл (ауырлығы 2990 грамм, буйы 48 см) тыуған.

Кисә ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев йәш әсә- Әдилә Рәфис ҡыҙына коляска бүләк итте. Электән Сибайҙа бик матур йола бар: ҡала башлыҡтары тарфынан игеҙәк балалары тыуған ғаиләгә коляска бүләк ителә.

Бер юлы ике уллы булған Паксюткиндарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Йыл башынан алып ҡалала алты пар игеҙәк тыуған.

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

https://bashgazet.ru

Игеҙәктәр "машиналы" булды!
Игеҙәктәр "машиналы" булды!
Автор:
Читайте нас