Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2022, 01:45

Яҙмыш һәм өс ҡыҙ...

Йәшәгән ти өс бер туған ҡыҙ. Беренсеһе ялҡау, икенсеһе уҫал, ә өсөнсөһө үҙе матур, үҙе уңған, үҙе ҡул эше оҫтаһы булған, ти.

Яҙмыш һәм өс ҡыҙ...Яҙмыш һәм өс ҡыҙ...
Яҙмыш һәм өс ҡыҙ...

Көндәрҙән бер көндө уларҙың ҡапҡаһы янында ат килеп туҡтаған. Ҡыҙҙар кем килгәнен ҡарарға йүгереп килеп сыҡҡан. Арбала таныш булмаған ҡатын ултырған.

-Һин кем? – тип һораған ҡыҙҙар унан кемуҙарҙан.

-Мин – Яҙмыш, - тигән ҡатын. - Һеҙгә кейәүгә сығырға ваҡыт етте, шуға килдем.

Ҡыҙҙарҙы арбаһына ултыртҡан да алып киткән.

Беренсе ауылға килеп инһәләр баҫыуҙа бер егет ер һөрә икән. Бар эшкә ҡулы килешеп торған. Берәй нәмә боҙолһа йәки эшләргә кәрәк булһа, бөтә ауыл халҡы уға мөрәжәғәт иткән.

-Был – һинеке, - тигән ҡатын һәм беренсе ҡыҙҙы унда ҡалдырған.

Икенсе ауылда бер кемде лә ярҙамынан ҡалдырмаған, изге күңелле егет осраған. Ҡатын икенсе уға биреп киткән.

Өсөнсө ауылда емерелеп бөткән бер йорт янында әрпеш кенә бер егет йоҡлап ятҡан. Ҡатындың ниәтен белеп, үҙе матур, үҙе уңған ҡыҙ уға барғыһы килмәй илап ебәрә:

-Миңә ул нимәгә? Ана апайҙарыма ниндәй егеттәр таптың, миңә лә шундай юҡмы ни?

-Бар, - тигән Яҙмыш. - Әммә был һинһеҙ юҡҡа сығасаҡ...

kungak.ru/news

Яҙмыш һәм өс ҡыҙ...
Яҙмыш һәм өс ҡыҙ...
Автор:
Читайте нас