

Быйыл Яңы йыл сараларының балалар өсөн тәғәйенләнгән йүнәлеше һаҡланасаҡ. Нигеҙҙә, улар мәғрифәтселек сифатына эйә буласаҡ, тигән фекер әйтте бөгөнгө аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
– Иғтибар ғаилә ҡиммәттәренә һәм бергә ваҡыт уҙғарыуға йүнәлтелә. Яңы йыл осоронда дәүләт театр концерт ойошмалары ғына 450-нән ашыу сара, шул иҫәптән 20-нән күберәк хәйриә сараһын уҙғарырға ниәтләй. Шулай уҡ беҙҙең коллективтар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында тәрбиәләнгән балалар йәшәгән урындарҙа Яңы йыл тамашалары үткәрәсәк. Аталары мобилизацияланған ғаиләләрҙең балалары Яңы йыл каникулдарында мәҙәниәт учреждениеларына бушлай бара аласаҡ. Муниципалитеттарҙа бер миллиондан ашыу кешене үҙ эсенә алған 27 мең самаһы Яңы йыл сараһын үткәреү ҡаралған. Беҙ республиканың төп шыршыһына “Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы” тигән ҡыҙыҡлы интерактив тамаша әҙерләйбеҙ, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Фото: news.1777.ru
https://bashgazet.ru