

Рәсәй гвардияһының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Өфө махсус тәғәйенләнештәге айырым отряд хеҙмәткәре Илнур Шәйхетдинов бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгендә командировкала булып, хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәй.
2011 йылдың 4 майында Чечен Республикаһының Ачхой-Мартан районындағы таулы-урманлы урында алыш ваҡытында ул табиптарға яралылар янына үтергә коридор булдырған. Үҙе ҡаты яраланһа ла, иптәштәрен ҡаплап, алышты дауам иткән. Шулай итеп, Илнурҙың ваҡытында күрһәткән тәүәккәл һәм ҡыйыу эшмәкәрлеге арҡаһында бандиттарҙың планы ғәмәлгә ашмай.
Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Илнур Шәйхетдинов Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
– Шайморатов орденын алыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Беҙҙең отряд легендар командирҙың исемен ғорур йөрөтә һәм хеҙмәттә лә Бөйөк Ватан һуғышында Ватанды һаҡлап, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән ата-бабаларыбыҙға тиңләшәбеҙ. Беҙҙең бурыс – хәтерҙе һәм уртаҡ Еңеүҙе һаҡлау, – тип уртаҡлашты ул, орден тапшырған ваҡытта.
Илнур Шәйхетдинов Пермь өлкәһендә тыуған, Башҡортостанда үҫкән. Сроклы хеҙмәтте үтәп ҡайтҡас, Рәсәй гвардияһына эшкә урынлашҡан.
Фото: Башинформ.
«Башҡортостан» гәзите