Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь , 10:18

1700-ҙән ашыу йүнсел кредит каникулы һораған

Льготалы кредитлау программаларына, кредит каникулына хәҙер ихтыяж ҙур.

1700-ҙән ашыу йүнсел кредит каникулы һораған
1700-ҙән ашыу йүнсел кредит каникулы һораған

Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) әүҙем тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 1 марттан 30 сентябргә тиклем республикала 1705 эшҡыуарлыҡ субъекты кредит ойошмаларына кредит каникулы биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 1391-енең үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән, шул иҫәптән 1276 компания был хоҡуғынан файҙаланып та өлгөргән. Кредит каникулы бирелгән килешеүҙәр буйынса бурыс күләме 5,7 миллиард һум тәшкил итә.

– Төбәктәге бәләкәй бизнес – иҡтисади үҫештең төп шарттарының береһе. Әле республикала 126,3 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Улар 562 мең самаһы эш урыны булдырған, һалым керемен тәьмин итә. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа дәүләттең бурысы – үҫеш өсөн мөмкинлек тыуҙырып, йүнселдәргә ярҙам итеү. Льготалы кредитлау программаларына, кредит каникулына хәҙер айырыуса ихтыяж ҙур, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Хөкүмәт тарафынан махсус исемлеккә индерелгән һәм 2022 йылдың 1 мартына тиклем кредит алыуға килешеү төҙөгән бәләкәй һәм уртаса предприятиелар алты айға тиклем түләү ваҡыты кисектерелгән кредит каникулынан файҙалана ала. Бындай сараның маҡсаты – санкция шарттарында граждандарға һәм бизнесҡа ярҙам итеү. Шулай уҡ октябрҙән мобилизация ҡағылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн дә кредит каникулы ғәмәлгә индерелде.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/497264

https://bashgazet.ru

1700-ҙән ашыу йүнсел кредит каникулы һораған
1700-ҙән ашыу йүнсел кредит каникулы һораған
Автор:
Читайте нас в