Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Ноябрь 2022, 19:06

Һәр кем ярҙам итә ала

Төрлө сәбәптәр менән урамда ҡалған йортһоҙ кешеләргә һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ,теләүселәр кейем-һалым, аяҡ кейеме килтерә ала. Шәфҡәтлелек акцияһы Өфөлә 2 декабрҙә үтәсәк.

Һәр кем ярҙам итә алаҺәр кем ярҙам итә ала
Һәр кем ярҙам итә ала

Яңыраҡ баш ҡалабыҙҙың Совет районында үткән шәфҡәтлелек акцияһын республика комплекслы социаль үҙәк белгестәре ойошторған. Ярҙам һорап 33 кеше мөрәжәғәт иткән. Мохтаждарға шулай уҡ юғалған документтарҙы тергеҙеү, инвалидлыҡты теркәү тәртибе, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса консультациялар бирелгән, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелгән.

Ә киләһе акция Өфө ҡалаһының Оржоникидзе районында көндөҙгө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем ойошторола (Ҡулса урамы ( Кольцевая), 65-се йорт, «Меркурий» сауҙа үҙәге эргәһендә).

Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 287–28–66; rkscb70@mail.ru

Фото: Т. АМАНОВ.

https://ye102.ru

 

Һәр кем ярҙам итә ала
Һәр кем ярҙам итә ала
Автор:
Читайте нас