Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь , 00:04

Водителдәр ҡағыҙ таныҡлыҡтары урынына QR-кодты күрһәтә ала

Ләкин документты, йәғни пластик картаны, барыбер үҙең менән йөрөтөргә кәрәк. Һәр хәлдә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә QR-код тураһында үҙгәреш индергәнгә тиклем.

Водителдәр ҡағыҙ таныҡлыҡтары урынына QR-кодты күрһәтә ала
Водителдәр ҡағыҙ таныҡлыҡтары урынына QR-кодты күрһәтә ала

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 октябрҙән алып илебеҙҙә цифрлы водитель таныҡлығын файҙаланыу буйынса проект эшләй. Экспериментҡа ярашлы, һәр водитель «Госуслуги. Авто» ҡушымтаһын телефонына тейәп, шунда теркәлә һәм ЮХХДИ хеҙмәткәренә QR-кодты күрһәтә ала. Әммә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә QR-код тураһында бер ни ҙә яҙылмағас, ЮХХДИ хеҙмәткәре водителде административ яуаплылыҡҡа тарттыра ала. Шуға ла, ҡушымтаны законлы рәүештә раҫлағанға тиклем, таныҡлыҡты үҙең менән йөрөтөргә кәрәк.

Әйткәндәй, Интернет булмаған урындарҙа ла ЮХХДИ хеҙмәткәре планшет аша һеҙҙең QR-кодты ҡарап, мәғлүмәттәрҙе тикшерә алмаясаҡ һәм ҡағыҙ документ талап итәсәк. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Водителдәр ҡағыҙ таныҡлыҡтары урынына QR-кодты күрһәтә ала
Водителдәр ҡағыҙ таныҡлыҡтары урынына QR-кодты күрһәтә ала
Автор:
Читайте нас в