Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь , 08:05

Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә лайыҡ!

Башҡорт солоҡсолоғон Бөтә донъя ауыл хужалығы мираҫы исемлегенә индереүҙәре мөмкин. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, FAO (Food and Agriculture Organization) Рәсәй бүлексәһе вәкилдәренең республикаға визиты барышында республиканың мөмкинлектәре бик юғары баһаланды.

Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә лайыҡ!
Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә лайыҡ!

Рәсәй Федерацияһы менән бәйләнеш өсөн FAO бүлексә директоры Олег Кобяков һәм ойошма консультанты Эдуард Порватов Башҡортостандың ғилми берләшмә вәкилдәре һәм студенттар, шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре менән осрашты. Делегация республиканың Бөрйән районында булды, унда «Шүлгәнташ» мәмерйәһе һәм ошо уҡ исемдәге комплекс менән танышты, умарталыҡтарҙы ҡараны, фән вәкилдәре, эшҡыуарҙар, умартасылар һәм урындағы халыҡ менән танышты.  

«ФАО күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан - ҡыҙыҡлы һәм перспективалы партнер. Алдағы берлектәге пландарҙа - донъя әһәмиәтендәге ауыл хужалығы мираҫы системаһы программаһында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан солоҡ умартасылығы номинацияһын әҙерләү һәм 2023 йылда Бөтә донъя бал ҡорттары көнөн уҙғарыу. Был эш Башҡортостан һәм унда йәшәгән халыҡтар тураһында белемде таратыуға, уны туристик төбәк булараҡ популярлаштырыуға һәм һөҙөмтәлә уның эшһөйәр һәм ҡунаҡсыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итер тип иҫәп тотабыҙ», - тип билдәләне Олег Кобяков.

«Башҡортостанда үҫешеүен дауам иткән солоҡ умартасылығының ҡеүәте ҙур. Был һөнәр ҙә, килем сығанағы ла. Әлеге ваҡытта комитет Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм хөкүмәт-ара ойошмалар булышлығында ошо кәсепте Бөтә донъя ауыл хужалығы мираҫы исемлегенә индереүгә ғариза әҙерләй», - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

фото:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

haibh.ru

Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә лайыҡ!
Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә лайыҡ!
Автор:
Читайте нас в