

Доставалов исемендәге башҡорт батальоны яугире үҙ ҡулдары менән ҡурай яһаған һәм иптәштәренең үтенесе буйынса «Гөлнәзирә» көйөн уйнап күрһәткән. Усаҡ янында яңғыраған ҡурай моңоноң видеоһы «Башҡорт батальоны»ның социаль селтәрҙәренә һалынған.
«Әссәләмү ғәләйкүм, Башҡортостан. Доставалов исемендәге батальон. Илеш районына ҡайнар сәләм. Егеттәр ҡурайҙа уйнауымды һораны», — ти кадрҙағы яугир.
Бынан алда «Башинформ» Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальоны яугирҙәренә бронялы «Урал» машинаһын илтеп бирергә йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне. Махсус техниканы «Башнефтегеофизика» предприятиеһы әҙерләгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандан Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле батальон хәрби әҙерлек урынына юлланды.