Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь , 11:46

Европа баҙарында беҙҙең тауарҙар һатылған

Женеваға Башҡортостандан бал, сәксәк, милли сувенирҙар алып барғандар.  

Европа баҙарында беҙҙең тауарҙар һатылған
Европа баҙарында беҙҙең тауарҙар һатылған

Швейцариялағы Женева ҡалаһындағы хәйриә йәрминкә-баҙарында республика продукцияһы һатыуға сығарылды.

Бына 46 йыл инде Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Женева ассоциацияһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының күпселек ағзалары ҡатнашлығында хәйриә йәрминкәһе-баҙар ойоштора, унда һәр ил традицион милли сувенирҙар һәм аш-һыу менән ике стенд әҙерләй.

Былтыр Рәсәйҙең БМО ҡарамағындағы вәкиллеге иң яҡшы милли стенд өсөн беренсе урынды алды. Быйыл республиканан сәксәк, бал, алкоголһеҙ бәлзәм, кәсәләр, матрешкалар ебәрелгән.

Йыйылған аҡса бөтә донъя буйынса мохтаж балаларға ярҙам итеү өсөн хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Был турала Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Фото: https://vk.com/m.bolytcheva

https://bashgazet.ru

Европа баҙарында беҙҙең тауарҙар һатылған
Европа баҙарында беҙҙең тауарҙар һатылған
Автор:
Читайте нас в