Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь , 22:26

Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ!

Айырым райондарҙа боҙло ямғыр, юлдарҙа ҡар...

Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ!
Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ!

Башҡортостанда насар һауа шарттары көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 24 ноябрҙә төндә урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙло ямғыр, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмей.

Башҡортостан ЮХХДИ-ның баш инспекторы Владимир Севастьянов водителдәргә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итте:

"Мөмкин булғанса шәхси транспортта юлға сығыуҙы сикләргә тәҡдим итәм. Водителдәргә үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм хәүефһеҙ арауыҡты тоторға кәрәк. Йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙа - маршрут транспорт саралары туҡталыштары һәм киҫелештәр алдынан үткәндә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ күперҙәрҙә һәм юл үткәргестәрҙә хәрәкәт иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки юлдың ошо участкаларында боҙ ҡапламы бөтә ерҙәгегә ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килә".

Шулай уҡ ЮХХДИ башлығы йәйәүлеләргә мөмкин тиклем һаҡ булырға, тротуар йәки йәйәүлеләр юлы булмағанда хәрәкәт иткән автомобилдәргә юл ситенән генә сығырға һәм ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар кәрәклеген оноторға ярамауын иҫкәртте.

"Башинформ".

shonkar.com

Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ!
Водителдәр, юлға сыҡмай тороғоҙ!
Автор:
Читайте нас в