Рәсәй тимер юлдары инвалид пассажирҙар өсөн ниндәй шарттар тәҡдим итә - Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы аңлата.
Инвалид пассажирҙар Рәсәй тимер юлдары сайтында уҡ алыҫ араға йөрөүсе һәм тиҙ йөрөүсе поездарҙағы махсус урындарға билет алыу мөмкинлегенә эйә.
Ваҡ йорт хайуандарын ил эсендә йөрөгән юғары тиҙлектәге поездарҙа махсус йыһазландырылған урындарҙа бушлай йөрөтөргә мөмкин. Уларҙы йөрөтөү өсөн оҙонлоғо, бейеклеге һәм киңлеге 180 сантиметрҙан артмаған кәрзиндәр, ситлек йәки контейнерҙарҙы файҙаланырға кәрәк.
Оҙатып йөрөүсе эттәрҙе морондоҡта һәм муйынсаҡлы бау менән төрлө типтағы вагонда йөрөтөү бушлай.
Инвалид пассажир һәм оҙатып йөрөүсе, ҡулланыусының шәхси кабинетында СНИЛС күрһәтеп, сайтта дүрт урынлы махсус купеға билет алырға мөмкин (https://vk.cc/ciRgtb). Шул уҡ ваҡытта буш урындарҙы башҡа аҙ хәрәкәт иткән пассажирҙар һатып алырға мөмкин.
Поезд составында инвалидтарға тәғәйенләнгән урындар менән вагон булмаған осраҡта кресло-коляскалағы йәки носилкалағы инвалидтар ошондай вагонды поезд составына индереүгә заявка бирә ала.
Аҙ мобилле пассажирҙар вокзал комплексы биләмәһендә, уның төп зоналары буйлап транспорт сараһынан (йәки транспорт сараһына тиклем) оҙатып барыу хеҙмәтенән файҙалана ала.
Вокзалда транспорт көткәндә аҙ мобилле пассажирҙар дөйөм залда бүленгән ял итеү урындары, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн махсуслаштырылған ял зоналарынан файҙалана ала.
Аҙ мобилле пассажирҙарға тимер юл транспортында күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Рәсәй тимер юлдары» компанияһы сайтында https://www.rzd.ru/ru/9290 һәм Хәрәкәт итеүгә булышлыҡ үҙәгенең телефоны буйынса 8 (800) 775-00 танышырға мөмкин (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай).
https://bashgazet.ru