Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2022, 09:18

Республиканан 4 мең йәш егет Рәсәй армияһы сафына алынасаҡ

Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы дауам итә. Быйыл саҡырыу бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды. Был өлөшләтә мобилизация менән бәйле. Республиканан ашығыс хеҙмәт урындарына 4 мең кеше юлланасаҡ.

Буласаҡ ил һаҡсылары хәрби частарға барыр алдынан, уларға хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле инвентарь тапшырыла. Призывниктарҙы ант ҡабул итеү, шулай уҡ йәш яугир курсы көтә. Быйыл хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш айға тиклем арттырылды.

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар Хәрби-һауа көстәрендә ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Төп ваҡытты егеттәр хәрби һөнәр үҙләштереүгә тотонасаҡ.

Көҙгө саҡырылыш 2022 йылдың 31 декабрендә тамамлана. Бер йылдан ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар тыуған яғына әйләнеп ҡайтасаҡ.

https://hakmar.ru

Республиканан 4 мең йәш егет Рәсәй армияһы сафына алынасаҡ
Республиканан 4 мең йәш егет Рәсәй армияһы сафына алынасаҡ
Автор:
Читайте нас: