

Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығында эштәрҙе әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү, гүзәл зат вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен барлау маҡсатында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең бишенсе съезы үтте. Был мөһим сара ойошманың барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға арналды.
Бында республикабыҙҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә – Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларынан 200-гә яҡын делегат онлайн рәүештә ҡушылды. Ә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан өлкә бүлексәһе бинаһына иһә ойошма идараһының төп составы, ветерандар советы, саҡырылған ҡунаҡтар, бүлексә етәкселәре – Халыҡ дауалаусылары мәктәбе, Өләсәйҙәр мәктәбе, Ирҙәр советы, Батырҙар мәктәбе һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөлгән ойошма етәкселәре йыйылды.
Әйткәндәй, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен2017 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкләй.
– Юридик статусыбыҙ республика кимәле булыуға ҡарамаҫтан, сараларыбыҙға башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы ла йәлеп итәбеҙ. Улар менән әүҙем бәйләнеш булдырғанбыҙ. Бөгөнгө сарала милләттәштәребеҙҙең дә ҡатнашыуы быға асыҡ дәлил. Сөнки телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эштә улар ҙа беҙҙән ярҙам көтә, – тип Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, биш йыллыҡ башҡарған эштәрҙе лә барланы.
Һуңғы съезд биш йыл элек ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә заманға тап килгән, йәмғиәткә файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булған 100-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Шулар араһынан «Бәндәбикә» социаль-хәйриә уҙышы, «Урал батыр байрамы», «Өләсәй әкиәттәре» тигәндәрен атау ҙа етә. Милли көрәш һәм билбау көрәшен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Батырҙар мәктәбе», «Халыҡ дауаланыусылары мәктәбе» уңышлы эшләй.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң ҙур проекттарының береһе – «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» 2014 йылда Гөлнур Ҡолһарина башланғысы менән ойошторолған. Унда төрлө номинацияла 5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашып, шуларҙың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, өлгөлө балалар тәрбиәләп үҫтергән 200-ҙән ашыуы юғары наградаға – Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ була.
Съезда мәғариф, мәҙәниәт, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, халыҡ сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, әсәләренә ярҙам күрһәтеү кеүек төрлө көнүҙәк мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Мәртәбәле сарала Бөтә Рәсәй «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ла һөйләшеү алып барылды. Яңы идара составы һәм совет структураһы һайланды, 2027 йылға тиклем Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең эш планы тикшерелде.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.