

«Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә Ҡыш бабайға хаттар өсөн почта йәшниктәре ҡуйылды. Әкиәт тылсымсыһына хатты 31 декабргә тиклем ебәрергә мөмкин.
Хат барып етһен өсөн конвертта түбәндәге адресты күрһәтергә кәрәк:
162390, Россия, Вологодская область, г.Великий Устюг, Дом Деда Мороза.
Яуап алыу өсөн индекс менән тулы адресығыҙҙы күрһәтергә кәрәк. Ябай почта йәшнигенә һалынһа йәки адресы дөрөҫ тултырылмаһа ла, хат мотлаҡ барып етәсәк. Иң мөһиме, адресаттың исемен дөрөҫ күрһәтергә - "к Деду Морозу" тип яҙырға кәрәк.
Декабрь айында "Почта" хеҙмәткәрҙәре көн һайын, Яңы йыл почтаһын сорттарға айырып, уны әкиәт тылсымсылары йортона ебәрәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр балаларҙан һәм өлкәндәрҙән Бөйөк Устюгҡа 170 000 самаһы хат килгән.
Аңлатабыҙ. Башҡортостан