Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2022, 07:04

Беҙҙә - БСТ каналы

Ҡаныҡай ауылы “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсына әүҙем ҡушылды.

Беҙҙә - БСТ каналыБеҙҙә - БСТ каналы
Беҙҙә - БСТ каналы

Быйыл ”Айыҡ ауыл” конкурсында районыбыҙҙың күп кенә ауылдары ҡатнашырға теләк белдергән. Шулай араһында төп башҡорт ауылдарының береһе Ҡаныҡай ауылы ла бар. Ошо көндәрҙә Башҡортостан телевидениһының БСТ каналы ауыл халҡының көнитмеше тураһында репортаж төшөрҙө.

Был ауылда бик әүҙем, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйгән халыҡ йәшәй. Әйтергә кәрәк, был республика кимәлендәге сараға ҡушылырға йөрьәт иткән ҡаныҡайҙар күптән түгел сираттағы граждандар йыйынында ауылдың иң актик кешеләренән инициатив төркөм ойошторған. Ауылда айыҡлыҡ ты пропагандалауға арналған плакаттар һәм баннерҙар ҡуйылған.

Мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыуҙа ағинәйҙәр милли эсемлек буҙа әҙерләү ысулы менән таныштырған. Был файҙалы эсемлекте яһау буйынса Сәмиға апай Сәлихова оҫталыҡ дәресе үткәргән. “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Әминә Миңдеғәли ҡыҙы әйтеүенсә, ауылда милли аш-һыу әҙерләү оҫталары етерлек, бындағы ойошторолған күргәҙмәгә берәүҙәр ҡыҙыл эремсек, икенселәр балан ҡатығы, бауырһаҡ, ҡыҫтыбый һ.б. бешереп алып килгән. Украинағы махсус операцияла йөрөгән яҡташтарға ярҙам йөҙөнән посылкалар әҙерләп ебәреүсе ағинәйҙәрҙең ойоҡбаштар бәйләүен дә төшөргән телевидение хеҙмәткәрҙәре. Мәҙәнитә йортондағы балаҫ станоктары иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ваҡыттарын файҙалы шөғөл менән уҙғарыуын күрһәтә.   

- Беҙ был әһәмиәтле сараға сәләмәт тормошто пропагандалау, ошо юҫыҡта төрлө спорт саралары үткәреү, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу, ауылды төҙөкләндереү, был эшкә бар халыҡты йәлеп итеүҙе, өмөтлө быуын тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуябыҙ, – ти район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. 

Беҙҙә - БСТ каналы
Беҙҙә - БСТ каналы
Беҙҙә - БСТ каналы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас