Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2022, 04:53

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һөйләне

Республика Башлығы үҙенең интервьюһында һәйкәлде реставрациялауҙы Өфөнөң 450 йыллығы менән бәйләмәҫкә, ә был эшкә яуаплы ҡарарға саҡырҙы. 

Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һөйләнеРадий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һөйләне
«Салауат Юлаев һәйкәле — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Тәү сиратта барыһын да дөрөҫ эшләү тураһында уйларға кәрәк. Йәй көнө беҙ махсус фирма менән эҙләнеүҙәр өсөн килешеү төҙөнөк. Улар проект эштәрен алып бара. Был ғәйәт ҙур интеллектуаль хеҙмәт. 2023 йылдың мартында беҙ экспертизалы проект ҡына алабыҙ. Бында ашығырға, реставрация эштәрен теге йәки был датаға тамамларға тырышырға ярамай. Шуға күрә беренсе этап — проект. Артабан подрядсы эҙләйбеҙ. Был эш тә еңелдән түгел. Һуңынан экспертиза үткәрергә кәрәк. Статуянан тыш, постаментҡа ла һорауҙар күп. Күп көс талап иткән эштәр башҡарыу бурысы тора. Өфө командаһына һәйкәлде реставрациялауҙы ҡаланың юбилейы менән бәйләмәҫкә тәҡдим итәм», — тине Радий Хәбиров.  
Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һөйләне
Автор:
Читайте нас